Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
15 Ноябрь 2020, 11:00

Тағы вакцина килтереләсәк

Ошо көндәрҙә Башҡортостанға киҙеүгә ҡаршы өҫтәмә рәүештә 669 меңдән ашыу доза вакцина килтереләсәк, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Ошо көндәрҙә Башҡортостанға киҙеүгә ҡаршы өҫтәмә рәүештә 669 меңдән ашыу доза вакцина килтереләсәк, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Ведомствонан белдереүҙәренсә, әлеге эпидемия миҙгелендә халыҡты вакцинациялау өсөн 1,533 миллион тирәһе доза вакцина алынған. Уларҙан 364 меңдән ашыуы – балалар өсөн тәғәйенләнгән “Совингрипп” һәм 1,169 миллион тирәһе доза – ололар өсөн вакцина. Шулай итеп, республикаға өҫтәмә килтереләсәк вакцинаны бергә иҫәпләгәндә, барлығы 2,202 миллион доза тәшкил итәсәк. Был иһә төбәктәге 54 проценттан ашыу халыҡҡа прививка яһауға етәсәк, тип белдерҙеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
“Яңы йылға тиклем ҡыйыу рәүештә прививка эшләтергә мөмкин. Был ваҡыт иммунитетты эшләү өсөн етәсәк”, – тип аңлатҡан “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына Республика СПИД һәм инфекция сирҙәрен иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш буйынса үҙәк белгестәре.
Киҙеү вакциналары балаларҙы, өлкәндәрҙе иммунизациялау өсөн республиканың медицина ойошмаларына бүлеп бирелгән. Халыҡты вакцинациялау Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырыуға ярашлы үткәрелә.
Читайте нас: