Белорет үҙәк район клиник дауаханаһына хаҡы 6,7 миллион һумға торошло реанимация автомобиле алынды. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә, тип яҙа "Башҡортостан". Заманса, уңайлы итеп эшләнгән реанимобиль Башҡортостанда тормошҡа ашырылған “Балалар һаулығын һаҡлауҙы үҫтереү, шул иҫәптән балаларға медицина ярҙамы күрһәтеүҙә заманса инфраструктура булдырыу” төбәк программаһына ярашлы алынған. Белеүебеҙсә, бындай программалар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ҡуйған бурыстарҙы үтәүгә булышлыҡ итә.
Реанимобиль яңы тыуған сабыйҙарҙы алып йөрөүгә, уларға ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеүгә ҡулайлаштырылған, бәләкәй пациенттар өсөн кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бында хатта сирле йәки ваҡытынан алда тыуған балаларҙы тышҡы мөхит тәьҫиренән ышаныслы һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән камера-инкубатор (кувез) бар. Шулай уҡ автомобиль үпкәләрҙе яһалма тын алдырыу аппараты, тын юлдарын таҙартыусы электр насосы, ғүмер өсөн мөһим һаналған функцияларҙы күҙәтеү мониторы һәм башҡа ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
“Статистиканан күренеүенсә, уртаса алғанда, яңы тыуған һәр унынсы сабыйға реанимация ярҙамы талап ителә. Ҡайһы бер ауыр осраҡтарҙа бәләкәй пациенттарҙы махсус бүлексәләре булған ҙур перинаталь үҙәктәргә күсереү ихтыяжы тыуа. Был реанимобиль Белорет, Учалы, Межгорье ҡалаларын, Әбйәлил, Белорет, Бөрйән һәм Учалы райондарын хеҙмәтләндергән Район-ара перинаталь үҙәктә эшләйәсәк”, - тип аңлатма бирҙеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
Фото: “Башинформ” агентлығы.