Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
14 Ноябрь 2020, 11:00

БАЛАЛАР ФИЛАРМОНИЯҺЫ ЯҢЫРА

“Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә әле балалар филармонияһында йүнәтеү эштәре башҡарыла. Бүлмәләр, электр селтәре, елләтеү системаһы, санузелдар ремонтланған, витраждар, тәҙрәләр, ишектәр алмаштырылған. Стеналар штукатурланған һәм буялған. Бөгөн бина эсендә ремонт эштәре дауам итә.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

“Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә әле балалар филармонияһында йүнәтеү эштәре башҡарыла. Бүлмәләр, электр селтәре, елләтеү системаһы, санузелдар ремонтланған, витраждар, тәҙрәләр, ишектәр алмаштырылған. Стеналар штукатурланған һәм буялған. Бөгөн бина эсендә ремонт эштәре дауам итә.
Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Өфө балалар филармонияһы бинаһы 1970 йылда төҙөлгән. Оҙаҡ йылдар бында йүнәтеү эштәре башҡарылмаған. 2014 йылда ғына йылытыу, һыу һәм канализация системаларына капиталь ремонт үткәрелгән.
Ремонт барышында сәләмәтлеге сикләнгәндәр өсөн уңайлы шарттар булдырыу ҙа ҡаралған.
Өфө балалар филармонияһы ижади коллективтар һәм клубтар ойоштороу йүнәлешендә эшләй. Әле бында 57 клуб (уларҙың 48-е – балалар, 4-е йәштәр клубы) эшмәкәрлек алып бара. Унда меңдән ашыу бала һәм үҫмер шөғөлләнә.
Бында 6 төрлө йүнәлештә эшмәкәрлек алып барыла: хореография, вокал, хор, цирк, театр һәм спорт. 9 ижади коллектив “өлгөлө”, 2-һе “халыҡ” исемен йөрөтә.
Фото Өфө балалар филармонияһы сайтынан алынды.
Читайте нас: