Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
12 Ноябрь 2020, 11:00

Япондар ашай торған ҡалаҡтар менән ҡыҙыҡһына

БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетында Японияның Рәсәй һәм яңы бойондороҡһоҙ дәүләттәр менән сауҙа буйынса ассоциацияһы етәкселеге өсөн Башҡортостандың етештереүсе компаниялары продукцияларына презентация үтте.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетында Японияның Рәсәй һәм яңы бойондороҡһоҙ дәүләттәр менән сауҙа буйынса ассоциацияһы етәкселеге өсөн Башҡортостандың етештереүсе компаниялары продукцияларына презентация үтте.
Осрашыуҙа биш башҡорт етештереүсеһе үҙ продукцияһын күрһәтте: кальцийланған сода, бал, полипропилен торбалар, ҡулдан эшләгән шоколад һәм ашарға яраҡлы ҡалаҡтар.
Ашарға яраҡлы ҡалаҡтар япон етештереүселәрен үҙенең ғәҙәти түгеллеге һәм экологик булыуы менән бигерәк ҡыҙыҡтыра. “Ашарға яраҡлы ҡалаҡтар” компанияһы ҡамырҙан ҡалаҡтар етештерә. Диета тотоусылар өсөн тәғәйенләнгәне лә бар. Бындай ҡалаҡтар тәбиғәтте бысратыусы пластикты ҡулланыуҙы кәметергә мөмкинлек бирә, шулай уҡ төрлө ризыҡҡа ҡушып ашарға мөмкин, сувенир булараҡ та хеҙмәт итә, тип белдерә БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева билдәләүенсә, Башҡортостан япон партнерҙары менән хеҙмәттәшлек итергә һәм тауарҙарҙың пилот партияһына заказ ҡабул итергә әҙер.
Сара “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Фото БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты сайтынан алынды.
Читайте нас: