Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа ярҙам үҙәге 6 ноябрҙә Германияға онлайн бизнес-миссия сиктәрендә видеоконференция ойошторҙо. Республика предприятиеһы сауҙа агенты һәм система интеграторы булараҡ сығыш яһаусы инжиниринг, яңы продукттар сығарыу һәм заказдар алыу, проекттар менән идара итеү һәм яңы баҙарҙарҙы өйрәнеү тармағында эшләүсе немец компанияһы менән әңгәмәләште.
Осрашыу барышында яҡтар Германия баҙарында экспортерҙың продукцияһын һатыу – эре төҙөлөш компанияларына индереү тураһында һөйләштеләр. Осрашыу йомғаҡтары буйынса экспортер компания-байерҙың техник биремдәренә ярашлы коммерция тәҡдимен ебәрәсәк. Хеҙмәттәшлектәге артабанғы аҙымдар һуңыраҡ билдәләнәсәк.