Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын ағымдағы йылдың ғинуар айында төҙөй башлағайнылар. Объект Республика адреслы инвестиция программаһы һәм «Демография» милли проекты сиктәрендә төҙөлә.
Бөгөнгө көндә объектта эштәр көсәйтелгән, төҙөүселәр хатта ял көндәрендә лә эшләй. Төп төҙөлөш эштәре тамамланған, бинала эске биҙәкләү эшгтәрен бөтөрәһе, электр йыһаздарын, мебель урынлаштыраһы, шулай уҡ территорияны төҙөкләндерәһе ҡалған. Балалар баҡсаһы территорияһы тигеҙләнәсәк, балалар майҙансыҡтарында резина япма буласаҡ. Бөтә тышҡы эштәрҙе яҡын арала тамамларға ниәтләйҙәр. Балалар баҡсаһы йыл аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.