Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
11 Ноябрь 2020, 11:00

«Мәғариф» милли проекты: Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡтағы филиалында университет «Ҡайнау нөктәһе» асылды

3 ноябрҙә Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡтағы филиалында коллектив эш майҙансығы – университет «Ҡайнау нөктәһе» асылды. Башҡортостан юғары уҡыу йорттары араһында был ошондай икенсе майҙансыҡ. Рәсәй университеттары нигеҙендә «Платформа НТИ» йәмғиәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ярҙамы менән инде йөҙҙән ашыу шундай нөктә булдырылған.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

3 ноябрҙә Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡтағы филиалында коллектив эш майҙансығы – университет «Ҡайнау нөктәһе» асылды. Башҡортостан юғары уҡыу йорттары араһында был ошондай икенсе майҙансыҡ. Рәсәй университеттары нигеҙендә «Платформа НТИ» йәмғиәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ярҙамы менән инде йөҙҙән ашыу шундай нөктә булдырылған.
-Был эшкә ҡушылыуыбыҙға, «Ҡайнау нөктәһе»нең бөтә Рәсәй буйынса эш башлаған ҙур командаһының бер өлөшө булыуыбыҙға сикһеҙ шатмын, - ти БДУҙың Стәрлетамаҡтағы филиалының «Ҡайнау нөктәһе» лидеры Алексей Ковальский. – Беҙҙең командабыҙ белем биреү майҙансығы ғына түгел, яңы проекттарҙы, проект командаларын булдырыу үҙәге лә булыр, фән менән иҡтисадтың реаль секторы бәйләнешен нығытыр, тип өмөтләнәм. «Ҡайнау нөктәһе»ндә студенттарыбыҙ артабанғы үҫеш өсөн шәхси тәҡдимдәр аласаҡ.
БДУ-ның Стәрлетамаҡтағы филиалының «Ҡайнау нөктәһе» эшҡыуарлыҡ университеты логикаһы буйынса эшләйәсәк, белем биреү, фән һәм бизнес тармағы вәкилдәрен, студенттарҙы, технологик эшҡыуарҙарҙы, дәүләт хеҙмәткәрҙәрен, йәмәғәт ойошмалары һәм һөнәри берләшмәләр ағзаларын берләштерәсәк һәм алдынғы һанлы технологияларҙы апробациялау һәм адаптациялау урыны буласаҡ.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://education.bashkortostan.ru/
Читайте нас: