“Экология” милли проекты буйынса 4 йылда 1 миллиард 600 миллион һум бүленә. Стәрлетамаҡ һәм Бөрө ҡалаларында һыуҙы таҙартыу станциялары төҙөлә, торбалар алмаштырыла. Ултырышта халыҡ мөрәжәғәттәре буйынса башҡарылған эштәр ҙә ҡаралды. Андрей Назаров республикала халыҡҡа таҙа һәм сифатлы һыу булһын өсөн федераль бюджеттан күберәк аҡса йәлеп итергә ҡушты.