Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы приказына ярашлы республиканың урман фонды территорияһында, шулай уҡ урман фондына ҡараған участкаларҙа 2020 йылдың 16 сентябренән 16 октябренә тиклем «Таҙа урман» акцияһы үткәрелгәйне. Акция сиктәрендә урмандарҙы, урман участкаларын таҙартыу буйынса өмәләр ойошторолдо.
-Урмандарҙа санитар һәм янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәүҙе күҙәтеү маҡсатында 620 контроль-күҙәтеү сараһы ойошторолдо, - тип билдәләй урмандарҙы һаҡлау һәм яҡлау бүлеге начальнигы Диниль Әхмәтов. – Урмандарҙа санитар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 33 осрағы теркәлде. Был ҡағиҙәләрҙе боҙған өсөн 24 штраф һалынды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы территорияһында «Экология» милли проектының төп маҡсаттарының береһе 2024 йылға урмандарҙы киҫеү һәм тергеҙеү балансын 100 процентҡа тәьмин итеү булған «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проекты сиктәрендә урмандарҙы тергеҙеү буйынса сараларҙы үтәү тамамлана.