Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
10 Ноябрь 2020, 11:00

Республикала “Башҡорт ихаталары” программаһына ярашлы 380 ихата төҙөкләндерелә

Республикала “Башҡорт ихаталары” программаһына ярашлы 380 ихата төҙөкләндерелә#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Уларҙың майҙаны 1 миллион квадрат метр. Бөгөн хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә проект буйынса башҡарылған эшкә йомғаҡ яһалды.
Республика буйынса эштәр 90 процентҡа теүәлләнгән. Борис Беляев белдереүенсә, Өфө, Бүздәк, Бөрө һәм Дәүләкән райондарында эштәр әллә ни ырамай. Благовещен һәм Ейәнсура райондарында комиссия подрядсыларҙың эшендә етешһеҙлектәр асыҡлаған.
Ултырышта яҡшы эшләгән хакимиәттәр ҙә аталды. Краснокама районынында ихаталар августа уҡ файҙаланыуға тапшырылған. “Күмертау, Мишкә, Баҡалы, Нефтекама һәм Асҡындағы биләмәләр төҙөкләндерелгәндә халыҡтың үтенесе тулыһынса иғтибарға алынған”, - тине Борис Беляев. “2021 йылда ихаталар ваҡытында тапшырылырына ышанам. Пандемия сәбәпле, киләһе йылда программа күләмен кәметергә тура килә. Биләмәләрҙең бер өлөшө 2022 йылда ремонтлана”, - тине Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.
Читайте нас: