Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
10 Ноябрь 2020, 11:00

Берҙән-бер зал буласаҡ

Стәрлетамаҡ республикала 2022 йылда “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә виртуаль концерт залы асыласаҡ берҙән-бер ҡала булды. “Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы” муниципаль бюджет учреждениеһы конкурста ҡатнашып, ошо башланғысты тормошҡа ашырыуға федераль ҡаҙнанан аҡса аласаҡ.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Стәрлетамаҡ республикала 2022 йылда “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә виртуаль концерт залы асыласаҡ берҙән-бер ҡала булды. “Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы” муниципаль бюджет учреждениеһы конкурста ҡатнашып, ошо башланғысты тормошҡа ашырыуға федераль ҡаҙнанан аҡса аласаҡ.
Виртуаль концерт залын 2022 йылда “Сәнғәт оҫтаханаһы” мәғлүмәт-мәҙәни үҙәге – 3-сө китапхана нигеҙендә булдырыу планлаштырыла. Заманса мәҙәни тормоштоң өр-яңы формаһын, етди ресурсты тәшкил иткән виртуаль концерт залы тамашасыларға илебеҙҙең үҙәк залдарында барған Рәсәй һәм сит ил башҡарыусылары ҡатнашлығындағы концерттарҙы онлайн тәртибендә ҡарарға, ишетергә мөмкинлек бирәсәк. Заманса техника менән йыһазландырылған залда ҡала халҡы үҙен филармония концерттары премьераһын туранан-тура ҡарағандай хис итәсәк.
Әйткәндәй, ошо проектҡа ярашлы, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһендә лә виртуаль концерт залы асыу күҙаллана. Әле унда әҙерлек эштәре бара. Эштәр 2020 йылдың ноябрь аҙағына тиклем тамамланырға тейеш.
Фото: Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығынан алынды.
Читайте нас: