Геопарк ингән «Башҡортостан йөрәге» турист-рекреация кластерының мөмкинлектәре федераль кимәлдә юғары баһаланған – проект Бөтә Рәсәй конкурсының өс лидеры исемлегенә ингән. Воскресенское ауылында арт-үҙәк булдырыуға федераль бюджеттан 45 миллион ярым һумға яҡын аҡса бүленә. Киләсәктә шулай уҡ инфраструктура обьекттарына ер участкалары бүлеү, тауға менеү өсөн хәүефһеҙ һуҡмаҡ булдырыу талап ителә.