Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
7 Ноябрь 2020, 11:00

Пенсия алды йәшендәгеләр өсөн уҡыуҙар ойошторолған

Республикала пенсия алды йәшендәгеләргә һөнәри һәм өҫтәлмә һөнәри белем биреү буйынса саралар үтеүен дауам итә. #национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Республикала пенсия алды йәшендәгеләргә һөнәри һәм өҫтәлмә һөнәри белем биреү буйынса саралар үтеүен дауам итә.
Өфөнөң “Гидравлика” агрегат предприятиеһында 50 йәштән үткән хеҙмәткәрҙәр өсөн махсус программаларҙы тормошҡа ашырыу июль айында башланған. Халыҡтың мәшғүллеге хеҙмәте ярҙамында “Машина төҙөү предприятиеһында һаҡсыл етештереү шарттарында һөҙөмтәле остазлыҡ” өҫтәлмә белем биреү программаһы ойошторолған.
БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, остазлыҡ мәктәбен 53 кеше үтә. Сентябрҙә уҡыуҙың икенсе осорона – стажировкаға күскәндәр. Программаның маҡсаты – буласаҡ остаздарға планлаштырыу, ойоштороу һәм тәжрибәһен, белемен уртаҡлашыу өсөн стажер менән үҙ-ара килешеп эш итеү нескәлектәрен өйрәтеү. Был белемдәр артабанғы үҙ аллы һөнәри эшмәкәрлектә кәрәк буласаҡ. Уҡыуҙар һуңында проект эше рәүешендә аттестация үтәсәктәр.
Уҡыуҙар барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тотоп үткәрелә.
Сара “Демография” милли проектының “Оло быуын” төбәк проекты сиктәрендә үтә.
Фото БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтынан алынды.
Читайте нас: