Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
7 Ноябрь 2020, 11:00

Иҫәнғол ауылындағы “Ләйсән” балалар баҡсаһында бәләкәстәр өсөн яңы төркөм асылған

Ул 24 балаға иҫәпләнгән. #национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Ул 24 балаға иҫәпләнгән
Яңы төркөм “Демография” милли проектының “1,5 йәштән 3 йәшкәсә балалар өсөн өҫтәлмә урындар булдырыу” программаһы сиктәрендә асылған.
Бәләкәстәргә уйын, ял, ризыҡ ейеү, гигиена талаптарын үтәү өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Тышта уйнарға майҙансыҡ төҙөлгән, унда заманса ҡорамалдар ҡуйылған.
Ейәнсура районы балалар баҡсаларында барыһы 280 иң бәләкәй тәрбиәләнеүсе өсөн 15 төркөм эшләй. Әлеге программа буйынса районда быйыл тағы ла өс өҫтәлмә төркөм асыласаҡ.
“Был өлкәлә әүҙем эш алып барабыҙ, балалар өсөн бар шарттарҙы тыуҙырырға тырышабыҙ. Бала тәүге көндән алып балалар учреждениеһына килергә теләп торорға, унда үҙен уңайлы тойорға тейеш бит. Балалар баҡсаһы киләсәк быуындың артабанғы үҫеше һәм тәрбиәләнеүе өсөн ныҡлы нигеҙ һала”, – ти Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов.
Читайте нас: