Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
6 Ноябрь 2020, 11:00

Стәрлетамаҡта икенсел сеймалды эшкәртеүгә тапшырырға саҡыралар

Стәрлетамаҡта «Мегастрой» гипермаркеттар селтәре Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ярҙамында икенсел сеймалды эшкәртеүгә ҡабул итеү буйынса экологик акция башланы.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Стәрлетамаҡта «Мегастрой» гипермаркеттар селтәре Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ярҙамында икенсел сеймалды эшкәртеүгә ҡабул итеү буйынса экологик акция башланы.
Ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын гәзит, китаптар, журналдар, ҡағыҙ, гофрокартон, пластик һауыт-һаба, стакандар, флакондар, көнкүреш химияһынан пластик шешәләр, пластик контейнерҙар, шешәләр, ҡапҡастар, ПЭТ-контейнерҙар, полиэтилен һәм күп башҡа әйберҙәрҙе тапшырырға өндәйҙәр. Икенсел сеймалды Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Октябрь проспекты, 36 һанлы йорт адресы буйынса ҡабул итәләр. Ойоштороусыларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, гипермаркеттар эсендә сүпте сорттарға айырыу һәм атмосфераға, ағым һыуға бысраҡ матдәләрҙе сығарыуҙың күләмен кәметеү – компанияның экологик сәйәсәтенең төп маҡсаттарының береһе.
-Бөгөнгө көндә компания социаль йүнәлештә был эшен киңәйтергә әҙер һәм Стәрлетамаҡ халҡын тәбиғәт ресурстарын һаҡлауға, законһыҙ сүплектәрҙең һанын кәметеүгә үҙ өлөшөн индерергә саҡыра, - тип билдәләй гипермаркеттар селтәренең PR-менеджеры Рената Исмәғилева.
Был шулай уҡ төп йүнәлештәренең береһе граждандарҙың экологик мәҙәниәте һәм яуаплылығы кимәлен арттырыу булған «Экология» милли проектының маҡсаттарына һәм мәсьәләләренә лә яуап бирә.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://ecology.bashkortostan.ru/presscenter/news/
Читайте нас: