Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
6 Ноябрь 2020, 11:00

Башҡортостан Республикаһының Нефтекама ҡалаһында мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөлә

Нефтекаманың яңы 24-се микрорайонында мәктәп, балалар баҡсаһы һәм юл төҙөлә. Быйыл 2013 йылдан бирле төҙөлөүсе кварталда «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә 1225 урынлыҡ ҙур мәктәп төҙөй башлағандар. «Демография» милли проекты сиктәрендә 260 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы төҙөлә. Объекттың хаҡы – 226,6 млн һум. Хакимиәттең планында – ошо уҡ кварталда киләһе йылда тағы бер балалар баҡсаһы төҙөү өсөн проект эшләү.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Нефтекаманың яңы 24-се микрорайонында мәктәп, балалар баҡсаһы һәм юл төҙөлә. Быйыл 2013 йылдан бирле төҙөлөүсе кварталда «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә 1225 урынлыҡ ҙур мәктәп төҙөй башлағандар. «Демография» милли проекты сиктәрендә 260 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы төҙөлә. Объекттың хаҡы – 226,6 млн һум. Хакимиәттең планында – ошо уҡ кварталда киләһе йылда тағы бер балалар баҡсаһы төҙөү өсөн проект эшләү.
Яңы йорт Комсомол проспекты линияһында урынлашҡан, был төп ҡала магистрале. Уның дауамын төҙөү өсөн «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Стимул» программаһы аҡсаһы йәлеп ителгән. Был йәйәүлеләр аллеяһы, тротуарҙар, туҡталыштары булған 682 метр оҙонлоҡтағы дүрт һыҙатлы юл буласаҡ.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://mintrud.bashkortostan.ru/
Читайте нас: