Мораҙым
+11 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
5 Ноябрь 2020, 11:00

Сибай дауаханаһына - компьютер томографы

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә барлыҡҡа килгән "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы, Сибай ҡала үҙәк дауаханаһына өр-яңы медицина ҡорамалы - компьютер томографы урынлаштырылған. Күп ғәмәлдәр яһауға һәләтле был томограф тиҙ арауыҡта юғары сифатлы һүрәтләнеш алыуға ярҙам итәсәк.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә барлыҡҡа килгән "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы, Сибай ҡала үҙәк дауаханаһына өр-яңы медицина ҡорамалы - компьютер томографы урынлаштырылған. Күп ғәмәлдәр яһауға һәләтле был томограф тиҙ арауыҡта юғары сифатлы һүрәтләнеш алыуға ярҙам итәсәк, тип хәбәр итә "Башҡортостан".
Ул шулай уҡ сирлеләрҙе киң йүнәлештә тикшерергә мөмкинлек бирә. Өр-яңы уникаль ҡорамал ярҙамында инсульт, инфаркт, онкологик сирҙәр менән бер рәттән төрлө тән йәрәхәттәрен асыҡлап була, иң мөһиме - пневмония сирен аныҡ асыҡларға ярҙам итер, тип ышана аҡ халатлылар. Бындай аппарат табиптарға ла, сирлеләргә лә нурланыу алыу мөмкинлеген кәметә.
Аппарат дауаханала тулыһынса ҡоролған, әлегә ашығыс ярҙам талап ителгән сирлеләрҙе ҡабул итәләр. Киләһе айҙа медицина ҡорамалын тулыһынса файҙаланыу мөмкин буласаҡ.
Коронавирус пандемияһы мәлендә компьютер томографияһы кабинетында һаҡланыу саралары тулыһынса күҙәтелә, санитар-эпидемиологик талаптар үтәлә. Заманса яңы ҡорамал Сибай халҡына юғары кимәлдә медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген бирә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, төбәктең медицина тармағы ҙур үҙгәрештәр кисерә, өр-яңы медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителә.
Фото: Сибай үҙәк дауаханаһы сайтынан.
Читайте нас: