Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
5 Ноябрь 2020, 11:00

Республиканың медицина ойошмалары планшеттар алды

Быйыл «Һаулыҡ һаҡлау тармағында берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм һанлы контур булдырыу» төбәк программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында республиканың 49 медицина ойошмаһына 789 планшет компьютеры ҡайтартылды. Улар йорттарға барып хеҙмәтләндереүсе табип-терапевтарҙың һәм табип-педиатрҙарҙың, йөрөп эшләү формаһы буйынса хеҙмәт һалыусы табип бригадаларының эше өсөн тәғәйенләнгән.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Быйыл «Һаулыҡ һаҡлау тармағында берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм һанлы контур булдырыу» төбәк программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында республиканың 49 медицина ойошмаһына 789 планшет компьютеры ҡайтартылды. Улар йорттарға барып хеҙмәтләндереүсе табип-терапевтарҙың һәм табип-педиатрҙарҙың, йөрөп эшләү формаһы буйынса хеҙмәт һалыусы табип бригадаларының эше өсөн тәғәйенләнгән.
Планшет компьютерҙары берҙәм һанлы контурға тоташа һәм Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау тармағында дәүләт мәғлүмәт системаһы поликлиникаһы табибының мобиль автоматлаштырылған эш урынына инеү менән тәьмин ителгән буласаҡ.
Заманса планшет компьютерҙары пациенттарҙың шәхси мәғлүмәттәрен һаҡлауҙы тәьмин итеү өсөн кәрәкле һаҡ саралары менән йыһазландырылған, пациенттарҙың электрон медицина карталарын алып барыу, рецептар яҙып биреү, тикшереү һөҙөмтәләрен электрон төрҙә формалаштырыу, тапшырыу һәм алыу өсөн тәғәйенләнгән.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://health.bashkortostan.ru/
Читайте нас: