Аппараттар хәүеф системаһы менән йыһазландырылған, ул пациенттың хәлен күҙәтә. Әгәр елләтеү процесында тотҡарлыҡ булһа йәки респиратор мониторинг билдәләнгән сиктәрҙән сыҡһа, аҡыллы система шунда уҡ был хаҡта медиктарҙы иҫкәртә.
Әлеге көҙгө миҙгел респиратор инфекция сирҙәре артҡан мәлдә ҡала дауаханаһына алып ҡайтылған плашеттар ҙа Салауат врачтарына ашығыс медицина ярҙамын тиҙерәк һәм сифатлыраҡ күрһәтеүгә булышлыҡ итәсәк.