Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
3 Ноябрь 2020, 11:00

Свердловск өлкәһе мәктәптәрендә башҡорт кластары барлыҡҡа киләсәк

Милли мәғариф үҙәктәрен булдырыу башланғысын күрше төбәктә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ тәҡдим итә. Был турала улар Республика һәм Свердловск өлкәһенең башҡорт ойошмалары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһе белгестәре ҡатнашлығында үткән түңәрәк өҫтәлдә белдерҙе.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Милли мәғариф үҙәктәрен булдырыу башланғысын күрше төбәктә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ тәҡдим итә. Был турала улар Республика һәм Свердловск өлкәһенең башҡорт ойошмалары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһе белгестәре ҡатнашлығында үткән түңәрәк өҫтәлдә белдерҙе.
Онлайн форматта ойошторолған кәңәшмәлә күрше төбәктәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙе борсоған проблемалар, телде, милли үҙаңды үҫтереү мәсьәләләре лә күтәрелде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, был сара бик тә күләмле үтергә тейеш ине. Әммә пандемия үҙ ҡағиҙәләрен индерә. Шуға ҡарамаҫтан, йыйын бик һөҙөмтәле һәм әһәмиәтле уҙҙы.
Айнур Кәбиров.
Читайте нас: