Мораҙым
+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
31 Октябрь 2020, 11:00

«Торатау» геопаркын булдырыу буйынса онлайн-кәңәшмә үтте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Торатау» геопаркын булдырыу һәм уның үҫеш мөмкинлектәре буйынса эшсе онлайн-кәңәшмә уҙғарҙы.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Торатау» геопаркын булдырыу һәм уның үҫеш мөмкинлектәре буйынса эшсе онлайн-кәңәшмә уҙғарҙы.
Мониторинг мәғлүмәттәренә ярашлы, йәйгеһен бер ял көнөндә генә тау башына 700 турист күтәрелгән. Тирмәләр кемпингы һәм тау битләүендәге кафе ҡунаҡтары өс ай эсендә 1 200 кешегә артҡан.
Геопарк ингән «Башҡортостан йөрәге» турист-рекреация кластерының мөмкинлектәре федераль кимәлдә юғары баһаланған – проект Бөтә Рәсәй конкурсының өс лидеры исемлегенә ингән. Воскресенское ауылында арт-үҙәк булдырыуға киләсәктә федераль бюджеттан 45 миллион ярым һумға яҡын аҡса бүленә.
Радий Хабиров команданы ирешелгән уңышы менән ҡотланы. Республика етәксеһе шулай уҡ Ҡуштау шиханын «Торатау» геопаркына индереү буйынса эште тиҙләтергә ҡушты.
Гөлдәриә Йосопова.
Читайте нас: