Баймаҡ фермерҙары продукцияһын күптән түгел Баймаҡ ҡалаһында асылған ит кибетендә һатып алырға мөмкин. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам” милли проектына ярашлы булдырылған "Иген-Тау" ит эшкәртеү цехы 2019 йылдың декабрь аҙағында эшмәкәрлеген башлап, йылҡы, һыйыр, һарыҡ ите продукцияларын етештерә.