Андрей Нужин биш йыл инде төҙөлөш өлкәһендә эшләй. БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, “Кесе эшҡыуарлыҡты миркрокредитлау компанияһы” уға 2,125 процент менән 3 млн һум аҡса биргән. Заявка биреү өсөн компанияның сайтынан электрон ғариза күсереп алып тултырырға һәм тейешле документтарҙың күсермәһен компанияның электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.