Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
27 Октябрь 2020, 10:00

Сибайҙа эшҡыуар пенсионерҙарға медицина битлектәре тарата

Июлдә Сибай ҡалаһынан йәш эшҡыуар, “Корпорация-Р” йәмғиәте директоры Роман Зәйдуллин бер тапҡыр кейелә торған медицина битлектәрен етештереү буйынса проект тәҡдим иткән булған. Был башланғысты “Эшҡыуарҙар сәғәте”ндә ҡарағандар. Әле етештереү тулы көскә бара.Стартап “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Июлдә Сибай ҡалаһынан йәш эшҡыуар, “Корпорация-Р” йәмғиәте директоры Роман Зәйдуллин бер тапҡыр кейелә торған медицина битлектәрен етештереү буйынса проект тәҡдим иткән булған. Был башланғысты “Эшҡыуарҙар сәғәте”ндә ҡарағандар. Әле етештереү тулы көскә бара.
Стартап “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған.
Ваҡыт күрһәтеүенсә, һаҡланыу сараларын етештереү социаль мөһимлелеккә эйә. Был ябай, әммә бик кәрәкле гигиена предметтарының мөһимлелеген аңлап, эшҡыуар пенсионерҙар өсөн хәйриә акцияһын ойошторған.
-Әлеге ваҡытта өлкән йәштәгеләргә ярҙам итергә кәрәк, сөнки улар хәүеф төркөмөндә, - ти Роман Зәйдуллин. – Беҙ был эште башлап ҡына торабыҙ, әлегә ике мең битлек тараттыҡ. Ҡалабыҙҙа өлкән йәштәгеләр күп, уларға беҙҙең ярҙам кәрәгер, тип өмөтләнәбеҙ.
Сибай ҡала хакимиәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, проект буйынса инвестициялар күләме эшҡыуарҙың үҙ аҡсаһынан 6,2 млн һум. Етештереү һәм төрөү линиялары, сеймал һатып алынған, теркәү таныҡлығы алынған. Проект сиктәрендә алты эш урыны булдырылған.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://biznestur.bashkortostan.ru/
Читайте нас: