Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
27 Октябрь 2020, 10:00

Киләсәктә «Зифа» тағы ла магазин кәштәләрен биләүе мөмкин

Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районында Радий Хәбиров эш сәфәре менән булды. Мәскәүҙә сауҙа йортон ябыу һөҙөмтәһендә 1, 5 миллиард һум күләмендә аҡсаны экономиялап, ойошма хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын 12, 5 процентҡа күтәргән. Шулай уҡ киләсәктә уларҙы торлаҡлы итеү кеүек социаль программа булдырыу күҙ уңында тотола.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районында Радий Хәбиров эш сәфәре менән булды.
Мәскәүҙә сауҙа йортон ябыу һөҙөмтәһендә 1, 5 миллиард һум күләмендә аҡсаны экономиялап, ойошма хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын 12, 5 процентҡа күтәргән. Шулай уҡ киләсәктә уларҙы торлаҡлы итеү кеүек социаль программа булдырыу күҙ уңында тотола.
«Сода» компанияһы илдә кальцийланған аш содаһын етештереү буйынса беренсе урында. Шулай уҡ каустик сода, кабель эшләп сығарыла. Урта һәм оло быуын кешеләре «Зифа» порошогы менән ҡасан һуңғы тапҡыр кер йыуғанын хәтерләйҙәр микән? Былтыр уны етештереү туҡтатылған. Киләсәктә «Зифа» тағы ла магазин кәштәләрен биләүе мөмкин. Предприятиеның «Эколь» цехында Башҡортостан башлығы менән осрашыуҙа ошо хаҡта һүҙ барҙы. Консерваланған етештереү линияһын ҡайтанан асыу мөмкинлеге ҡаралды.
Эдуард Давыдов, Башҡортостан сода компанияһы генераль директоры.
Читайте нас: