Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
26 Октябрь 2020, 10:00

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөлөшө графикҡа ярашлы алып барыла

Бөгөнгә төҙөүселәр күперҙең 42 метрлыҡ тороҡ ҡоролмаһы һалыуҙың ике этабын үткән. Объект «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә төҙөлә. Күперҙе ваҡытында тапшырыу өсөн төҙөүселәр ике сменала эшләй. Бөгөнгә 1-се, 2-се, 3-сө, 4-се һәм 5-се терәүҙәр әҙер, 6-сы һәм 7-селәрен һыуыҡтар башланғансы тамамлау күҙаллана. Белгестәр фекеренсә, ике күпер араһында төҙөлгән ҡоролма уникаль объект.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Бөгөнгә төҙөүселәр күперҙең 42 метрлыҡ тороҡ ҡоролмаһы һалыуҙың ике этабын үткән. Объект «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә төҙөлә. Күперҙе ваҡытында тапшырыу өсөн төҙөүселәр ике сменала эшләй. Бөгөнгә 1-се, 2-се, 3-сө, 4-се һәм 5-се терәүҙәр әҙер, 6-сы һәм 7-селәрен һыуыҡтар башланғансы тамамлау күҙаллана. Белгестәр фекеренсә, ике күпер араһында төҙөлгән ҡоролма уникаль объект, тип хәбәр итә БСТ.
Әле төҙөүселәр 2500 тонна металдан ҡоролма йыйған. Яңы күпер өс һыҙатлы була. Уларҙың һәр ҡайһыһының киңлеге 4 метр самаһы, оҙонлоғо 688 метр. Контракт буйынса, подрядсы ойошма Ағиҙел аша яңы күперҙе 2021 йылдың октябрендә тапшырырға тейеш.
Эш графигында тайпылыш юҡ. Металл ҡоролмалар ҙа объектҡа ваҡытында килтерелә. Әле күперҙең тороҡ ҡоролмалары йыйыла, артабан улар йылғаның уң яҡ ярына табан нығытыласаҡ.
Василий Чекуров, «Уралмостострой» акционерҙар йәмғиәте генераль директоры урынбаҫары.
Читайте нас: