Коминтерндың махсус мәктәптәренә бәйле йәшерен мәғлүмәттәр хәҙер халыҡ өсөн асыҡ, был хаҡта айырым китап та баҫтырылған. Бөйөк Ватан һуғышын сағылдырған тарих биттәре йәнә байый, тулылана. Башҡортостандың Еңеүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Яңы табылған архив материалдар менән ғалимдар, тарихсылар Өфөлә уҙғарылған халыҡ-ара форумда сығыш яһай. Сарала яҡташтарыбыҙҙың фронтта һәм тылда күрһәткән ҡаһарманлығы, 112-cе Башҡорт кавалерия дивизияһы, партизан хәрәкәттәре тураһында һүҙ бара.