Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
23 Октябрь 2020, 11:00

ОКТЯБРЬСКИЙ ПАРКЫ БИК МАТУР ҺӘМ ЗАМАНСА ТӨҪ АЛДЫ

Октябрьский ҡалаһында “Уңайлы ҡала мөхите” программаһы сиктәрендә өс йәмәғәт урыны төҙөкләндерелә.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Октябрьский ҡалаһында “Уңайлы ҡала мөхите” программаһы сиктәрендә өс йәмәғәт урыны төҙөкләндерелә.
Төҙөкләндереү эштәренең береһе 2019 йылдан бирле бара. “Нефтяник” – ҡаланың иң “оло” паркы, уға нефтселәр ҡалаһы төҙөлгәндә үк нигеҙ һалынған. Бөйөк Еңеү көнө, Балаларҙы яҡлау көнө, Йәштәр көнө, Ҡала байрамы кеүек ҙур байрамдар тап ошонда үтә. Бында шулай уҡ Ҡурай байрамы, Казак йыры фестивале кеүек республика кимәлендәге саралар ҙа ойошторола.
“Быйыл парк яңыртылды. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә бында иҫке туҙған бордюрҙар алмаштырылды, заманса яҡтыртҡыстар ҡуйылды, газондар төҙөкләндерелде, яңы матур таш түшәлде. Хәҙер парк бик матур һәм заманса төҫ алды”, – ти Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенең баш белгесе Эльвира Мерзлякова.
Фото Октябрьский ҡалаһы хакимиәте сайтынан алынды.
Читайте нас: