Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
22 Октябрь 2020, 10:00

Ирекмәнлек коворкинг-үҙәге асылды.

Башҡортостан дәүләт аграр университетында “Белем лабораторияһы” ирекмәнлек коворкинг-үҙәге асылды. Был башланғыс Биотехнологиялар һәм ветеринар медицина факультеты студенты Ангелина Борзыкина тарафынан Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың 120 мең һумға торошло грантын яулау һөҙөмтәһендә мөмкин булды.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Башҡортостан дәүләт аграр университетында “Белем лабораторияһы” ирекмәнлек коворкинг-үҙәге асылды. Был башланғыс Биотехнологиялар һәм ветеринар медицина факультеты студенты Ангелина Борзыкина тарафынан Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың 120 мең һумға торошло грантын яулау һөҙөмтәһендә мөмкин булды.
Заманса “коллектив офис”та аҙна һайын тренингтар, лекциялар, шулай уҡ йәштәрҙе ирекмәнлек өлкәһендә һәм проект эшмәкәрлегендә үҫтереү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреү күҙаллана. Бында Башҡортостан дәүләт аграр университетынан ғына түгел, башҡа уҡыу йорттарынан, колледждарҙан һәм мәктәптәрҙән әүҙем йәштәр ҙә йөрөй ала.
Үҙәкте рәсми асыу тантанаһында уҡыу йортоноң ректоры Илдар Ғәбитов, Республика ирекмәнлек хәрәкәте һәм йәштәр башланғыстары үҙәге директоры Илшат Бикҡолов һәм университет проректоры Наил Юнысбаев ҡатнашты.
– Һәр университетта иң төп кешеләр булып студенттар һанала. Беҙ һәр ваҡыт уларҙың төрлө йүнәлештәге изге башланғыстарын хуплаясаҡбыҙ, – тип билдәләне уҡыу йортоноң ректоры Илдар Ғәбитов. – Аграр университеттағы ирекмәнлек хәрәкәте бай тарихҡа эйә, ә “Белем лабораторияһы” ирекмәндәрҙең үҙ-ара хеҙмәттәшлеген нығытыуға булышлыҡ итәсәк.
Коворкинг-үҙәк эш һәм ял итеү өсөн тәғәйенләнгән ике биләмәнән торасаҡ. Тәүгеһендә компьютерҙар, проекторҙар, магнитлы-маркерлы таҡта һәм башҡа кәрәкле ҡорамалдар урын алһа, икенсеһендә етди аҡыл көсө талап иткән күнекмәләрҙән һуң рәхәтләнеп ял итергә мөмкин.
Йәштәрҙең әлеге ише башланғыстарына булышлыҡ күрһәтеү – һәр уҡыу йорто тарафынан алып барылған маҡсатлы эш. Улар тулыһынса ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Фән” милли проектының маҡсаттарына һәм бурыстарына ла тура килә.
Читайте нас: