Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
20 Октябрь 2020, 10:00

Сифатлы үрсетмә үҫтереү – мәшәҡәтле эш

Башҡортостан урмансылары алдында 2020 йылда 14,2 мең гектарҙа урмандарҙы тергеҙеү, шул иҫәптән 7,4 мең гектарҙа ағас ултыртыу юлы менән башҡарыу планлаштырылған. Сифатлы үрсетмәләр менән тәьмин итеү өсөн республикала 71 млн дана үрсетмә материалы булған 105 урман питомнигы бар.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Башҡортостан урмансылары алдында 2020 йылда 14,2 мең гектарҙа урмандарҙы тергеҙеү, шул иҫәптән 7,4 мең гектарҙа ағас ултыртыу юлы менән башҡарыу планлаштырылған. Сифатлы үрсетмәләр менән тәьмин итеү өсөн республикала 71 млн дана үрсетмә материалы булған 105 урман питомнигы бар.
Питомниктарҙа орлоҡ сәсеү майҙаны буйынса республика Волга буйы федераль округында 1 урында тора. Урмандарҙы тергеҙеү өсөн урмансылар питомниктарҙа үҫтерелгән үрсетмәләрҙе генә ултырта.
"Нуриман урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре" май-июнь айҙарында Исай урман питомнигында 2,8 гектарҙа урман культуралары орлоҡтарын сәскән.Был питомник урмансылыҡ хужалығын ҡарағай һәм шыршы үҫентеләре менән тәьмин итә.
РФ Президентының 2018 йылдың 7 майындағы 204-се «2024 йылғаса Рәсәй Федерацияһы үҫешенең стратегик бурыстары һәм милли маҡсаттары тураһында» Указын, «Экология» милли проектының «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проектын бойомға ашырыу өсөн БР Урман хужалығы министрлығы менән «Урмандарҙы һаҡлау» төбәк проекты әҙерләнгән. Уның төп маҡсаты – 2024 йылға урмандарҙы 100% тергеҙеүҙе тәьмин итеү.
Сығанаҡ: БР Урман хужалығы министрлығы
Читайте нас: