БР Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова төбәгебеҙҙә “Демография» милли проекты үтәлеше һөҙөмтәләрен атап үтте. Ул тыуымдың кәмеүен - туҡтатып һәм эшкә яраҡлы йәштәгеләрҙең республиканан ситкә китеүен 40 процентҡа кәметеп булыуын билдәләне.
“Демография» милли проекты ғаиләләргә бала тыуғанда финанс ярҙам күрһәтә, ҡатын-ҡыҙҙарға эшкә урынлашыуҙа, өлкәндәргә лә булышлыҡ итә.
БР Башлығы Радий Хәбиров пенсионерҙарҙың һәм алыҫтағы торлаҡ пункттарында йәшәүселәрҙең медицина тикшереүен үтеүен тергеҙеү этаптарын уйларға ҡушты. Сәләмәтлек поездары эшен ойоштороу өсөн яңы медицина техникалары һатып алыныуын белдерҙе. Эпидемиологик хәл был эште яйға һалыу мөмкинлеген бирһә, уны әүҙемләштерергә кәрәк буласаҡ.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/134259.html