Мораҙым
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
19 Октябрь 2020, 10:00

Милли проекттар араһында ла лидерҙар бар

Яҡынса мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, 1 октябргә туғыҙ милли проект буйынса сығымдарҙы тотоноу буйынса күрһәткес 50 проценттан ашты. Милли проекттар буйынса лидерҙар ҙа бар. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” һәм “Һаулыҡ һаҡлау”милли проекттары буйынса сығымдар 69,2 һәм 68,8 процент тәшкил итә.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Яҡынса мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, 1 октябргә туғыҙ милли проект буйынса сығымдарҙы тотоноу буйынса күрһәткес 50 проценттан ашты. Милли проекттар буйынса лидерҙар ҙа бар. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” һәм “Һаулыҡ һаҡлау”милли проекттары буйынса сығымдар 69,2 һәм 68,8 процент тәшкил итә.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектында медицина хеҙмәттәре экспертын үҫтереү буйынса проект иң яҡшы күрһәткестәргә эйә (100 %). Демография милли проектында граждандарҙың сәләмәт тормошҡа мотивация системаһын формалаштырыу буйынса йүнәлеш иң яҡшыһы тип табылған (95%).
Рәсәй федераль бюджетының милли проекттарҙы һәм магистраль инфраструктураны яңыртыу комплекслы планын тормошҡа ашырыуға тотонолған сығымдары 2020 йылдың ғинуар-сентябрь айҙарында 55 процентҡа үтәлгән. Иҫәп палатаһының оператив мәғлүмәттәре ошо хаҡта һөйләй.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указдарына ярашлы, 2024 йылға тыуымдың суммар коэффициентын 1,7-гә еткереү, хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләрҙең үлем күрһәткесен кәметеү бурысы ҡуйылды.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас: