Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
18 Октябрь 2020, 10:00

24 БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ, 100 ФАП... АСЫЛАСАҠ

Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән Башҡортостандың стратегик үҫеше буйынса эш кәңәшмәһе барышында БР Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары – республика Хөкүмәте аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың әлегә тиклемге һөҙөмтәләре һәм 2020 йылдың аҙағына тиклем бурыстар хаҡында һөйләне.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән Башҡортостандың стратегик үҫеше буйынса эш кәңәшмәһе барышында БР Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары – республика Хөкүмәте аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың әлегә тиклемге һөҙөмтәләре һәм 2020 йылдың аҙағына тиклем бурыстар хаҡында һөйләне.
– Быйыл 50 төбәк проектын бойомға ашырыуға 30,7 миллиард һум аҡса ҡаралған. Уның 19,6 миллиард һумы – федераль ҡаҙнанан. Был үткән йылдағыға ҡарағанда 30 процентҡа артыҡ, – тине Илшат Тажетдинов. – Федераль ярҙам алыу күләме буйынса республика Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй.
Башҡортостанда быйыл 24 яңы балалар баҡсаһы, 2 мәктәп, онкология диспансерының хирургия корпусына төкәтмә, 100 ФАП төҙөләсәк, Сибай концерт-театр берекмәһе бинаһы, ауыл мәҙәниәт йорттары яңыртыласаҡ.
– Республикаға милли проекттарҙы һәм башҡа программаларҙы бойомға ашырыуға бүленгән федераль аҡсалар һәр объектҡа барып етергә тейеш. Быны ҡаты күҙәтеү аҫтында тоторға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Фото БР Хөкүмәтенең рәсми сайтынан алынды.
Читайте нас: