“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектында медицина хеҙмәттәре экспертын үҫтереү буйынса проект иң яҡшы күрһәткестәргә эйә (100 %). Демография милли проектында граждандарҙың сәләмәт тормошҡа мотивация системаһын формалаштырыу буйынса йүнәлеш иң яҡшыһы тип табылған (95%).
Рәсәй федераль бюджетының милли проекттарҙы һәм магистраль инфраструктураны яңыртыу комплекслы планын тормошҡа ашырыуға тотонолған сығымдары 2020 йылдың ғинуар-сентябрь айҙарында 55 процентҡа үтәлгән. Иҫәп палатаһының оператив мәғлүмәттәре ошо хаҡта һөйләй.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указдарына ярашлы, 2024 йылға тыуымдың суммар коэффициентын 1,7-гә еткереү, хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләрҙең үлем күрһәткесен кәметеү бурысы ҡуйылды.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.