Мораҙым
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
15 Октябрь 2020, 10:00

«АУЫЛ БИЛӘМӘЛӘРЕН КОМПЛЕКСЛЫ ҮҪТЕРЕҮ» ПРОГРАММАҺЫ БУЙЫНСА

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль әһәмиәтле ауыл хужалығы, аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте продукцияларына бәйле хәлгә мониторинг буйынса оператив штаб ултырышында ҡатнашты.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль әһәмиәтле ауыл хужалығы, аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте продукцияларына бәйле хәлгә мониторинг буйынса оператив штаб ултырышында ҡатнашты.
Уны видеоконференция тәртибендә Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев үткәрҙе.
Ултырышта ҡатнашыусылар төбәктәрҙә ураҡ кампанияһы йомғаҡтары һәм тармаҡ дәүләт программаһына ярашлы ауыл биләмәләрен үҫтереү мәсьәләләре буйынса фекер алышты.
– Агросәнәғәт комплексында көнүҙәк мәсьәлә – уңыш йыйыуҙы тамамлап, ужым сәсеү. Башҡа бурыстар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡала алмай. Быйыл ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү сараларын тормошҡа ашырыуға 35,9 миллиард һум йүнәлттек. Төбәктәрҙең күпселеге үҙ иңенә алған йөкләмәләрҙе үтәй, төҙөлөш һәм ремонт эштәрен ваҡытында тамамлай, – тине Дмитрий Патрушев. – Федераль аҡсаның иң күп лимиттарының береһе Башҡортостан Республикаһына тура килә. Бында төбәк етәксеһенең дәүләт программаһының тормошҡа ашырылыуына һәм ошо мәсьәләлә беҙҙең ярҙамға баһа биреүе мөһим.
Республика Башлығы ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү эшенең төп йүнәлештәре тураһында һөйләне. 2020 – 2022 йылдарҙа республика сараларын финанслауҙың дөйөм күләме 5,16 миллиард һум тәшкил итәсәк, шуның 2,62 миллиард һумы – федераль ярҙам.
– 2020 йылда беҙ дөйөм хаҡы 1,4 миллиард һумлыҡ 145 объектты сафҡа индерергә тейешбеҙ. Ауылда 20 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөп, граждандарға социаль ҡуртым килешеү буйынса 3,4 мең квадрат метрҙы тапшырырға ниәтләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Шулай уҡ 23 балалар спорт майҙансығы, һыу һәм газ бүлеү селтәрҙәре төҙөргә, 200 ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар майҙансығын төҙөкләндереүҙе планлаштырабыҙ.
Республика етәксеһе ауыл ипотекаһына ихтыяждың ҙур булыуын билдәләне. Уға ярашлы банктар 2,78 миллиард һумлыҡ 1400 кредит биргән. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан илдә икенсе урынды биләй.
Радий Хәбиров Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығына ауылды үҫтереү буйынса төбәк планына булышлыҡ иткән өсөн рәхмәт әйтте.
Читайте нас: