Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
14 Октябрь 2020, 10:00

ҺЫУ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ СЕЛБӘРӘГӘ БАЙЫҠТЫ

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Балыҡсылыҡ буйынса Волга буйы федераль агентлығы менән берлектә Түбәнге Кама һыу һаҡлағысына биш меңдән ашыу һаҙан балығы селбәрәһе ебәрҙе. Был сара республикала һыуҙағы биологик ресурстарҙы һаҡлауға һәм ил Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Балыҡсылыҡ буйынса Волга буйы федераль агентлығы менән берлектә Түбәнге Кама һыу һаҡлағысына биш меңдән ашыу һаҙан балығы селбәрәһе ебәрҙе. Был сара республикала һыуҙағы биологик ресурстарҙы һаҡлауға һәм ил Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән.
Дүртөйлө районының Түбәнге Йәнйегет ауылы эргәһендәге урын экологтар тарафынан юҡҡа һайланмаған: бында селбәрәгә үҫер өсөн тәбиғәт уңайлы шарттар булдырған. Ҡамыш, тымыҡ ағым быларҙың барыһы ла ҡулай тип билдәләй республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Ренара Ғазина.
Үҙ эшмәкәрлеге менән тәбиғәткә зыян килтергән предприятиелар йыл да йылғаларға балыҡ селбәрәһе ебәрә. Был юлы Тәтешле районының Яңы Ҡайпан ауылы эргәһендәге бәләкәй йылғала һәм Балаҡатай районының Соҡалы ауылы эргәһендә Ыҡ йылғаһында гитротехник ҡоролмаларҙы төҙөкләндергән ойошма һаҙан балығының ареалын арттырыуға үҙ өлөшөн индерә. Йыл аҙағына тиклем министрлыҡ тарафынан бындай саралар тағы ла үтәсәк әле. Көҙ – себәрәләрҙең ныҡлап үҫеп китеүенә ҡулайлы ваҡыт. Һыу әле һыуынып өлгөрмәгән, ашау ҙа мул. Яҙғы ташҡынға тиклем селбәрәләр нығынып та өлгөрә.
Фото: Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтынан.
Читайте нас: