Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
14 Октябрь 2020, 10:00

Республикала беренсе тапҡыр ташҡа биҙәк төшөрөүселәр үҙ көсөн һынаясаҡ

Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда тәүге тапҡыр ташҡа биҙәк төшөрөүселәр араһында конкурс ойоштороласаҡ.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда тәүге тапҡыр ташҡа биҙәк төшөрөүселәр араһында конкурс ойоштороласаҡ.
Сараның маҡсаты – был төр сәнғәттең үҫешенә булышлыҡ итеү һәм уны популярлаштырыу. Конкурс ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты нигеҙендә үткәреләсәк.
Еңеүселәр “Классик һәм заманса ташҡа биҙәк төшөрөү сәнғәте”, “Ташҡа биҙәк төшөрөүҙә яңылыҡтар”, “Сувенирҙар”, “Интерьер һәм көнкүреш өсөн кәрәк-яраҡ” һәм “Йәш ташҡа биҙәк төшөрөүсе” номинациялары буйынса билдәләнәсәк.
Шулай итеп, 29 октябрҙә Сибайҙа һөнәрселәр йәрминкәһе һәм республика ташҡа биҙәк төшөрөүселәр бәйгеһе үтәсәк. Сара барышында “Һөнәрселек продукцияһын алға этәреү инструменттары” темаһына семинар ойоштороласаҡ. Ул 11.00 сәғәттә башлана. Ә сарала ҡатнашыусыларҙы теркәү - 9.00 сәғәттә.
Семинар һөҙөмтәләре буйынса сертификат тапшырыласаҡ. Һөнәрселәр йәрминкәһендә ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы 26 октябргә тиклем тапшырырға кәрәк. 8-917-379-38-72 телефоны буйынса алдан яҙылырға мөмкин. Йәрминкәлә ҡатнашыу бушлай. Уның һөҙөмтәләре буйынса, ҡатнашыусыларға рәхмәт хаттары тапшырыласаҡ.
Фото: республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты.
Читайте нас: