Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
13 Октябрь 2020, 10:00

“Сүп-сар тапшыр – ғүмер бүләк ит”

Баш ҡалалағы Урмансылар паркында “Сүп-сар тапшыр - ғүмер бүләк ит” тип аталған үҙенсәлекле спорт акцияһы үтте. Был - "Экология" милли проекты сиктәрендә башҡарылған эштәрҙеңү береһе. Сара Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан иғлан ителгән #сдалмусорподарижизнь хәйриә акцияһына старт бирҙе. #национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Баш ҡалалағы Урмансылар паркында “Сүп-сар тапшыр - ғүмер бүләк ит” тип аталған үҙенсәлекле спорт акцияһы үтте. Был - "Экология" милли проекты сиктәрендә башҡарылған эштәрҙеңү береһе. Сара Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан иғлан ителгән #сдалмусорподарижизнь хәйриә акцияһына старт бирҙе.
“Сүп-сар тапшыр – ғүмер бүләк ит” акцияһында ҡатнашыусылар төркөмдәргә бүленеп (төркөмдәрҙәге һаны аҙ), саф һауала күнегеүҙәр эшләне. Ололар өсөн өс спорт зонаһы – бокс, йога һәм гимнастика майҙансыҡтары, ә балаларға төрлө спорт төрҙәрен берләштергән биләмәләр билдәләнде.
- Акцияның төп маҡсаты – кешеләрҙе сүп-сарҙы сорттарға айырып тапшырырға өйрәтеү, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын мөмкин тиклем күберәк эшкәртеүгә булышлыҡ итеү. Сара хәйриә акцияһы булараҡ үткәрелә, йыйылған аҡса яман шеш менән сирле балаларға ярҙам итеүсе “Ғүмер бүләк ит” фондына тапшырыла, - тип һөйләй проекттың етәксеһе Ләйсән Зайцева.
Фото: Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан алынды.
Читайте нас: