Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
12 Октябрь 2020, 10:00

Дүртөйлө районы Әсән ауылы модель китапханаһында тәүге “аҡыллы” кәштә барлыҡҡа килде

БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, “аҡыллы” кәштә интернет селтәренә һәм автоматлаштырылған эш урынының мәғлүмәт базаһына тоташтырылған.

БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, “аҡыллы” кәштә интернет селтәренә һәм автоматлаштырылған эш урынының мәғлүмәт базаһына тоташтырылған.
Ҡоролма уҡыусыға үҙ аллы китаптар алырға һәм кире килтерергә мөмкинлек бирә. Уның менән электрон уҡыусы билеты булғандар ҡуллана ала. Бында 400 китап менән ҡулланып буласаҡ.
Китапты үҙ аллы алырға йә кире килтерергә баҫмалағы штрихкод-билдә һәм уҡыусының билеты ярҙамында системала идентификация үтеүе ярҙам итә. Штрихкодта автор тураһында мәғлүмәт, китаптың исеме, сыҡҡан йылы, аннотация ҡуйылған. Баҫманы кәштәгә ҡуйыу етә, ул автоматик рәүештә системала теркәлә. Китапхана хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ китаптың кире ҡайтыуы һәм уны башҡа уҡыусыларҙың алыу мөмкинлеге бар икәне хаҡында хәбәр ала.
“Аҡыллы” кәштәләр республика китапханаларында “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә барлыҡҡа киләсәк.
Фото БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан алынды.
Читайте нас: