Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
12 Октябрь 2020, 10:00

ҺАУЛЫҠ - ҘУР БАЙЛЫҠ

Баш ҡаланың 8-се клиник дауаханаһына “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы яңы заманса компьютер томографы ҡайтарылған.Японияла етештерелгән компьютер томографы - сирле ағзаның өс күләмле һүрәтен алыу өсөн рентген нурҙары ярҙамында тикшереү үткәргән заманса ҡорамал. Ошо маҡсатта ағзаның төрлө экспозициялағы киҫелештәренең рентген һүрәте алына. Аҙаҡ алынған һүрәттәрҙе компьютер эшкәртә һәм тикшерелеүсе ағзаның дөйөм күләмле күренешен формалаштыра. Ҡорамал уны 80-гә яҡын киҫелештә күрһәтеүҙе тәьмин итә. Һүрәттәр сифаты яҡшы, аныҡ.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Баш ҡаланың 8-се клиник дауаханаһына “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы яңы заманса компьютер томографы ҡайтарылған.
Японияла етештерелгән компьютер томографы - сирле ағзаның өс күләмле һүрәтен алыу өсөн рентген нурҙары ярҙамында тикшереү үткәргән заманса ҡорамал. Ошо маҡсатта ағзаның төрлө экспозициялағы киҫелештәренең рентген һүрәте алына. Аҙаҡ алынған һүрәттәрҙе компьютер эшкәртә һәм тикшерелеүсе ағзаның дөйөм күләмле күренешен формалаштыра. Ҡорамал уны 80-гә яҡын киҫелештә күрһәтеүҙе тәьмин итә. Һүрәттәр сифаты яҡшы, аныҡ.
Компьютер томографы төрлө сирҙәрҙе диагностикалауҙа киң ҡулланыла. Был ысулдың юғары мәғлүмәтлелеге һәм һүрәттәренең яҡшы сифатлы булыуы табиптарға хирургия һәм терапия патологияларын дөрөҫ билдәләргә, сирҙең ағышын асыҡларға һәм тәьҫирле дауалау сараларын билдәләргә ярҙам итәсәк.
Фото: Башҡортостан Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан алынды.
Читайте нас: