Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
11 Октябрь 2020, 10:00

Республикала шәхси балалар баҡсалары асыла

Был эш "Демография" милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Был эш "Демография" милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.
Республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин белдереүенсә, өс йәшкә тиклемге балалар араһында ясле һәм балалар баҡсаларына булған мохтажлыҡты юҡҡа сығарыу өсөн республикала дәүләт ярҙамы иҫәбенә шәхси балалар баҡсаларына йөрөгән балалар өсөн түләү сығымдарын арзанайтыу буйынса пилот проекты эшләй башланы.Тәжрибә былтыр Стәрлетамаҡ ҡалаһында башланғайны, унда 200 урын барлыҡҡа килде. Быйыл уға Өфө лә ҡушылды. Баш ҡаланың биш шәхси балалар баҡсаһы йәш ярымдан өс йәшкә тиклемге бала өсөн 200 өҫтәмә урын булдырыуға грант отто.
- Шәхси балалар баҡсаларына сертификаттар биреү тәртибе уңышлы һыналды, - тине министр. - Планда пилот проекты сиктәрендә Өфө һәм Стәрлетамаҡта урындар һанын бер меңгә етекереү. Был маҡсатта дөйөм алғанда 50 миллион һум аҡса бүленә.
Сертификатты балалар баҡсаһына сираттың Берҙәм дәүләт порталы системаһында сиратта торған һәм өс йәшкә тиклемге балалары булған ата-әсә алыуға хоҡуҡлы. Хеҙмәттәр хаҡы муниципаль балалар баҡсаһыныҡынан күберәк булмаҫҡа тейеш. Өфө өсөн был көнөнә – 145 һум, Стәрлетамаҡта – 131 һум. Шәхси балалар баҡсалары һәр балаға республика бюджетынан алты мең һумлыҡ субсидия һәм муниципалитетта ҡуйылған хаҡ буйынса ата-әсәләрҙән түләү ала. Ай һайын һигеҙ мең һумдан ашыу сыға. Бынан тыш, муниципалитет шәхси балалар баҡсаларына өҫтәмә урын булдырыу өсөн бина табыуҙа ла ярҙам күрһәтә.
Башҡортостан Башлығы ла башҡа ҡала һәм райондар башлыҡтарына Өфө һәм Стәрлетамаҡ тәжрибәһен өйрәнергә һәм ҡулланырға ҡушты.
Читайте нас: