Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
10 Октябрь 2020, 10:00

Милли проекттар буйынса проект офисының ултырышы үтте

Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтендә ағымдағы йылдың туғыҙ айында милли проекттарҙы үтәү буйынса фекер алыштылар. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары”, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” милли проекттары, “Демография” милли проектының “Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенә ярҙам һәм өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем бирү өсөн шарттар булдырыу” федераль проекты һәм башҡалар буйынса отчеттар тыңланды.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтендә ағымдағы йылдың туғыҙ айында милли проекттарҙы үтәү буйынса фекер алыштылар. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары”, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” милли проекттары, “Демография” милли проектының “Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенә ярҙам һәм өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем бирү өсөн шарттар булдырыу” федераль проекты һәм башҡалар буйынса отчеттар тыңланды.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса ете юлды тапшырғандар, ҡалғандарында эштәр тамамлау стадияһында. Бөтәһе быйыл милли проект сиктәрендә 14 автомобиль юлын ремонтлағандар, ике юл киҫелешен реконструкциялағандар.
“Демография” милли проектының “Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенә ярҙам һәм өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү өсөн шарттар булдырыу” федераль проекты буйынса 2-се балалар баҡсаһында капиталь ремонт, 41-се балалар баҡсаһында ремонт эшләйҙәр.
“Салауат” кинотеатры артындағы халыҡ “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса төҙөкләндереү өсөн һайлаған сквер әлегә тапшырылмаған. Эштәр 70 процентҡа башҡарылған, килешеүҙе октябрь аҙағына тиклем оҙайтҡандар. Яҡын арала тағы бер йәмәғәт территорияһын – Стәрле йылғаһы ярын тапшырырға ниәтләйҙәр.
Проект офисы ултырышында ҡатнашыусыларҙың бөтәһенә лә милли проекттарҙы тормошҡа ашырғанда юл картаһын үтәү буйынса тәҡдимдәр бирелде, эштәрҙе үтәү ваҡытына һәм уларҙың сифатына иғтибар бүлеү кәңәш ителде.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://sterlitamakadm.ru/
Читайте нас: