Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
10 Октябрь 2020, 10:00

Мәҙәнилек бәләкәйҙән башлана

Республиканың белем биреү учреждениеларында сүп-сарҙы айырып йыйыу буйынса яңы башланғыс старт алды. Проектта Башҡортостандың ҡала һәм райондарының 250 мәктәбе ҡатнаша. Был эш "Экология" милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Ошо көндәрҙә уларҙа 400 яңы контейнер урынлаштырылды.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Республиканың белем биреү учреждениеларында сүп-сарҙы айырып йыйыу буйынса яңы башланғыс старт алды. Проектта Башҡортостандың ҡала һәм райондарының 250 мәктәбе ҡатнаша. Был эш "Экология" милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Ошо көндәрҙә уларҙа 400 яңы контейнер урынлаштырылды.
Яңы башланғысты тормошҡа ашырыуҙа БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән бер рәттән Республика балалар экология-биология үҙәге лә туранан-тура ҡатнаша. Әлегә бындай контейнерҙар Ағиҙел, Межгорье, Нефтекама, Өфө ҡалалары һәм баш ҡалаға яҡын бер нисә район үҙәге мәктәптәренә ҡуйылды.
Быйыл ҡалаларҙағы һәм район үҙәктәрендәге мәктәптәргә сүп-сарҙы айырып йыйыуға тәғәйенләнгән контейнерҙар урынлаштырыу өсөн төбәк бюджетынан аҡса бүленде. Ауыл мәктәптәре бындай контейнерҙар менән киләһе йылда тәьмин ителәсәк.
Фото: spgorskoe.ru
Читайте нас: