Мораҙым
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
9 Октябрь 2020, 10:00

ТӨБӘК ҮҘЕНӘ ЙӘЛЕП ИТӘСӘК

Үткән йылдыңаҙағында Башҡортостанда “Фән” милли проектын тормошҡаашырыу сиктәрендә нефть һәм газ тармағында яңы материалдарҙы ҡулланыу һәм һанлы технологияларҙы ғәмәлгә индереү буйынса донъя кимәлендәге ғилми-белем биреү үҙәген төҙөү башланғайны. Тотош Рәсәйҙә иһә 15-ләп ошондай үҙәк төҙөргә уйлайҙар. #ВладимирПутин; #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Үткән йылдыңаҙағында Башҡортостанда “Фән” милли проектын тормошҡаашырыу сиктәрендә нефть һәм газ тармағында яңы материалдарҙы ҡулланыу һәм һанлы технологияларҙы ғәмәлгә индереү буйынса донъя кимәлендәге ғилми-белем биреү үҙәген төҙөү башланғайны. Тотош Рәсәйҙә иһә 15-ләп ошондай үҙәк төҙөргә уйлайҙар.
Үҙ сиратында, үҙәк Өфө дәүләт нефть техник университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Башҡорт дәүләт университеты, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге, Башҡортостан Фәндәр академияһы кеүек юғары уҡыу йорттарын берләштерә.
Башҡортостан грант алыу өсөн Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ойошторған конкурста ҡатнашырға тейеш ине. “Фән” милли проектының “Фән һәм ғилми-етештереү кооперацияһын үҫтереү” тип аталған федераль проектты тормошҡа ашырыуға күп сығымдар бүленде.
– Ғилми-белем биреү үҙәгенең төҙөлөүен биләмәне үҫтереү тип аңлайбыҙ, тимәк, төбәккә күпләп инвесторҙар йәлеп ителәсәк, эш урындары барлыҡҡа киләсәк, – тип шатланғайны ғалимдар.
Ә йыл башында Рәсәй Президенты Владимир Путин фән юлын һайлаусылар менән даими осрашыуҙар ойошторҙо. Мәҫәлән, Борис Ельцин исемендәге Урал федераль университетында йәш ғалимдар менән һөйләшеү барышында уларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса ил Хөкүмәтенә саралар планын эшләргә ҡушты.
Әйткәндәй, был тәңгәлдә Башҡортостанда ла уй-маҡсаттар тормошҡа ашырыла. Республикабыҙҙа “Фән” милли проектына ярашлы йәш ғалимдарҙы ғилми эҙләнеүҙәргә әйҙәү өсөн Фәнни-мәғариф үҙәге һәм вуз-ара кампус төҙөләсәк тигән яңылыҡты ишетеү шатлыҡлы булды.
Шуныһы бигерәк тә ҡыуаныслы, илдә пандемия арҡаһында иҡтисади хәл ҡаҡшауға ҡарамаҫтан, былтыр планлаштырылған эштәр дауам итә. Хәйер, нәҡ фән ярҙамында ҡурҡыныс сир менән көрәшелә бит инде.
Читайте нас: