Өфө хирургтары “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, аҙ уйымлы операциялар яһау өсөн өр-яңы ҡорамал алған. Һуңғы быуын эндопротездары кеше организмындағы төп артерия – аортаны тулыһынса алыштырыуға һәләтле.
Рентгенхирургтар ҡорһаҡ ҡыуышлығындағы операцияны янбаштан башлай. Дүрт тишем аша нескә генә көпшәне индерәләр. Шуның буйынса организмдың төп артерияһына –аортаға стент-графт еткерелә. Ошо өс компонентлы металл конструкция анефризмалы аорта участкаһын протезларға ярҙам итә. Полистиролдан эшләнгән стент парашют кеүек асыла һәм ҡан тамырына шартларға ирек бирмәй.
Эндопротезлау - әлеге заманда инновациялы, алдынғы дауалау ысулы. Һәр протез бик үҙенсәлекле, ул һәр кемгә айырым яһала. Элек операциялар ҡорһаҡты ярып яһалған һәм күп ҡан юғалтыуға килтергән. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының рентген хирургияһы һәм йөрәк-ҡан тамырҙары бүлексәһе мөдире Владимир Ишмәтов әйтеүенсә, мөғжизәле технологиялар менән эшләү ҡәнәғәтлек тойғоһо һәм ләззәт тыуҙыра.
”Был инструменттар шул тиклем уйланылған, сифатлы, операцияларҙы ҡан юғалтмай үткәрергә булыша. Элек 1-2 литр ҡан юғалтылһа, әлеге осраҡта ни бары 50 миллилитр ғына,” - ти хирург.
Табиптарға заманса ангиограф та ярҙамға килгән, уның булышлығында һүрәттәр аныҡ һәм сифатлыраҡ күренә. Хирургтарҙың шәхси дозиметры бар. Һәр операция ваҡытында был приборҙар йотолоусы радиация миҡдарын иҫәпләй. Табиптар квартал һайын уларҙы тикшереүгә бирә. Операцияларҙан һуң яра ла, йөй ҙә ҡалмай, пациент тиҙерәк һауыға.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, медицина учреждениеларын яңы технологиялар менән йыһазландырыу, квалификациялы кадрҙар менән тулыландырыу көн ҡаҙағында торған бурыс. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты башҡарылған эштәргә тотонолған средстволар күләме буйынса илдә лидер булып тора.