Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
8 Октябрь 2020, 10:00

Кушнаренко йүнселе ниндәй эш башланы?

Кушнаренко районында эшләгән Тимур Латиповтың крәҫтиән (фермер) хужалығы айшир тоҡомона ҡараған 36 тана һатып алған. Малды Финляндиянан алып ҡайтҡандар.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Кушнаренко районында эшләгән Тимур Латиповтың крәҫтиән (фермер) хужалығы айшир тоҡомона ҡараған 36 тана һатып алған. Малды Финляндиянан алып ҡайтҡандар.
Әлеге ваҡытта фермерҙың был ҡиммәтле тоҡомға ҡараған 57 һыйыры бар. Йыл аҙағына тиклем тағы 100 тана килтереләсәк. Был тоҡом малының һөтөндә аҡһым һәм майҙың күрһәткесе юғары. Шуға ла сыр эшләү өсөн иң ҡулайлыһы тип һанала.
Тимур Латипов 2021 йылдан сыр эшләү буйынса завод асмаҡсы. Әлеге мәлдә бинала ҡоролмаларҙы монтажлау эштәре бара.
Эшҡыуар һыйыр малын ҡышлатыу өсөн ферманы төҙөүгә 120 миллион һум аҡса сарыф иткән, унда һауыу аппараттары, һөттө һыуытҡыс, автоматлаштырылған һыу эсереү системаһы буласаҡ.
Шулай уҡ Тимур Латипов агротуризм менән шөғөлләнергә иҫәп тота.
Уның проектын Хөкүмәт йортонда үткән "Инвестиция сәғәте"ндә ҡаранылар. Башланғыс хуплау тапты һәм һалым буйынса ташламалар аласаҡ, техника һәм төҙөлөшкә сарыф ителгән аҡсаның бер өлөшө ҡайтарыласаҡ.
Кушнаренко районында тормошҡа ашырыласаҡ был эш Президент Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Фото: Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы сайты.
Читайте нас: