Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
8 Октябрь 2020, 10:00

Ауылда ҡурсаҡ театры асыла

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ районының Покровка ауылында модель китапхана асылды. Бында шулай уҡ Рәсәй Президенты гранттары конкурсында еңеп сыҡҡан “Чародеи” ҡурсаҡ театры” проекты менән дә таныштырҙылар.#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ районының Покровка ауылында модель китапхана асылды. Бында шулай уҡ Рәсәй Президенты гранттары конкурсында еңеп сыҡҡан “Чародеи” ҡурсаҡ театры” проекты менән дә таныштырҙылар.
Покровка китапханаһына 1935 йылда нигеҙ һалынған. 85 йыл эсендә ул тамырынан үҙгәргән: эш алымдары һәм йүнәлештәре алмашынған, китап фонды тулыһынса яңыртылған. Бөгөн китапхана модель стандартына теүәл яуап бирә, яңы йыһаз, компьютерҙар, ноутбуктар, күп функциялы ҡулайлама, Интернет селтәре менән тәьмин ителгән. Бинаны ремонтлауға, яңы стилдә биҙәүгә ҙур иғтибар бирелгән.
2015 йылдан китапханала “Кукловод” клубы эшләй. Уның нигеҙендә “Чародеи” ҡурсаҡ театры ойошторолдо. Грант аҡсаһынан тыш, проектҡа Ҡуғанаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте һәм Стәрлетамаҡ районының Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы ярҙам күрһәткән.
Мәғлүм булыуынса, бындай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫлаған “Мәҙәниәт” милли проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тулыһынса яуап бирә.
Әйткәндәй, “Чародеи” театры 7 октябрҙән эшләй башлай.
Сығанаҡ: https://bash.rbsmi.ru/
Читайте нас: