Шишмә үҙәк район дауаханаһына ошо көндәрҙә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы алынған заманса компьютер томографын урынлаштырҙылар. Яңы томографтың өҫтөнлөктәре элеккеһенән байтаҡҡа күберәк.
Был яңы ҡорамал ярҙамында төп ҡан тамырҙарынан тыш, ваҡ тамырҙарҙа ла контраст рентгенологик тикшеренеүҙәр үткәрергә мөмкин. Программа баш мейеһендә ҡан тамырҙарының тромб менән тығылған урынын асыҡларға ярҙам итәсәк. Элекке аппараттың ундай мөмкинлеге булмаған. Бынан тыш, ҡорамал сифатлыраҡ һүрәттәр алырға ярҙам итә һәм тикшереү ваҡытының биш минутҡа тиклем ҡыҫҡарыуы һөҙөмтәһендә нурланыш алыу миҡдарын да кәметә.
Компьютер томографияһы төрлө сирҙәрҙе диагностикалауҙа киң ҡулланыла. Тикшереү ысулының мәғлүмәтлелеге һәм һүрәттәренең яҡшы сифатлы булыуы табиптарға хирургия йәки терапия патологияларын аныҡ асыҡларға ярҙам итә. Тимәк, сирҙе дауалауҙы күҙаллау һәм тәьҫирле дауаны билдәләү еңелләшәсәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, 2024 йылға тиклем халыҡтың үлем кимәлен кәметеү, дауаханаларҙы яңы заманса технологиялар менән йыһазландырыу буйынса ҙур бурыстар ҡуйылған. Хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр араһында үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 350 осраҡҡа тиклем), ҡан әйләнеше ауырыуҙарынан үлем кимәлен (100 мең кешегә 450 осраҡҡа тиклем) кәметеү бурысы ҡуйылған.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.