Республиканың Стәрлетамаҡ районындағы Стәрлебаш трактындағы юлға капиталь ремонт эшләнә.
Әле Ырымбур киҫелешенән Стәрлебаш трактына ҡарай юлда ике фреза эшләй. Асфальттың өҫкө өлөшө алынғас, ул шунда уҡ автомашиналарға тейәлә һәм уларҙы һалыу урындарына ташыла. Был эштәрҙе Өфөләге “ДорТрансСтрой” юл ойошмаһы атҡара. Әйткәндәй, ул Стәрлетамаҡ районындағы Түрешленән Золотоношка ауылына тиклемге юлдарға асфальт һалған. Ошо ваҡытта был ойошма бик яҡшы эш күрһәткән һәм хөрмәт яулаған. Шуға күрә был юлы ла Стәрлебаш трактын ипкә килтереүҙе тап ошо ойошмаға ышанып тапшырғандар.
Был эштәрҙе тормошҡа ашырыу Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты ярҙамында мөмкин булды. 2018 йылда барлыҡҡа килгән был милли проект "Ипотека", "Торлаҡ", "Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу" һәм Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло кәметеүҙе тәьмин итеү" тигән дүрт федераль проекттан тора. "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты 2030 йылға тиклем тормошҡа ашырылырға тейеш.
Фото: Стәрлетамаҡ районы хакимиәте.