Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы һанлы ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашырған IТ-продукттарҙы уйлап табыусылар һәм компаниялар араһында гранттарға конкурс иғлан итте. Был эште "Сколково" фонды, Рәсәй мәғлүмәт технологияларын үҫтереү фонды һәм Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды ойоштора. Конкурс ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән бойомға ашырылған "Һанлы иҡтисад" милли проекты сиктәрендә уҙғарыла.
"Сколково" фонды компанияларға ватан һанлы продукттарына, хеҙмәттәренә һәм платформа ғәмәлдәренә 80 миллион һумға тиклемге гранттар бүлә.
Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды гранттарын IT-стартаптарҙы тормошҡа ашырған өсөн бирәсәк. Яһалма интеллект, блокчейн кеүек өлкәләрҙә эшләгән кешеләр 20 миллион һумға тиклем ярҙамға өмөт итә ала.
Рәсәй мәғлүмәт технологияларын үҫтереү фондының 300 миллион һумғаса гранттарын етештереү һәм идара итеү процестарын һанлаштырыуға алырға мөмкин буласаҡ.
Мотлаҡ талап: һанлы ғәмәлдәр ватан етештереүсеһенеке булырға һәм ярҙам күрһәтеүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәренә тап килергә тейеш.
Ғаризалар йәштәрҙән дә, тәжрибәле хеҙмәткәрҙәрҙән һәм компанияларҙан да ҡабул ителәсәк. Уларҙы электрон вариантта бирергә кәрәк.
Грант операторҙары конкурс документтары буйынса аҙна һайын вебинарҙар үткәрә. Бынан тыш, кәрәкле мәғлүмәтте чатта, телефон һәм электрон почта аша алырға мөмкин.